Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы "Геркулес-Урал" компанияһын "Күмертау" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары исемлегенә индерҙе. Был турала Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Проект 2029 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла. 30 эш урыны булдырыла. Йыл һайын 155 мең тонна гипс ҡатнашмаһы етештереү планлаштырыла.