Йәрмәкәй районы Ялан-Шишмә ауылында күп функциялы яңы белем биреү үҙәге асылды

40 урынлы дөйөм белем биреү учреждениеһы «Башнефть» ярҙамында "Роснефть" менән  төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы төҙөлдө.

70 йыл элек ағастан һалынған иҫке мәктәп биш бинала урынлашҡан. Бындай шарттар уҡыу процесын ауырлаштырған, көнкүреш ҡатмарлыҡтары тыуҙырған, заманса санитар-гигиена талаптарына тура килмәгән.

“Роснефть" үҙе булған төбәктәрҙә уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыуға йүнәлтелгән социаль проекттар тормошҡа ашыра. Шул иҫәптән йәш  быуынды тәрбиәләү һәм белем биреү өлкәһендәге башланғыстарҙы хуплай.