Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы табиптары ауылдарға йөрөп, диспансер тикшереү уҙғара

«Сәләмәтлек поезы» акцияһы буйынса Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы табиптары ла ауылдарға йөрөп, диспансер тикшереү уҙғара. Проект фельдшер-акушерлыҡ пунктарында урындағы халыҡҡа төрлө белгестәргә күренеү мөмкинлеге бирә. Күсмә флюорография кабинеты эшләй. Графикҡа ярашлы, 16 сентябргә тиклем барлыҡ муниципалитет халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Социаль ауырыуҙар асыҡланған осраҡта, район дауаханаһында өҫтәмә тикшеренеү үтергә йүнәлтмә бирелә. Татыр Үҙәктә йәшәүселәр ҙә тәүгеләрҙән булып табиптарға күренде.