Йөрәк ҡушыуы буйынса. Башҡортостан мотоуҡсылар полкының миномет батареяһы яугирҙары сәпкә ут асып дошман һөжүмен тотҡарлай, беҙҙең штурм төркөмдәренең алға барыуына булышлыҡ итә. Уларҙың уңышлы эшен командование ла бер нисә тапҡыр билдәләп үткән. Мотоуҡсылар ҡаһарманлығы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Миномет расчеты дошманға ҡаршы көслө ут асып, үҙ позицияһын маскировкалап, блиндажда йәшеренә. Атыу алыҫлығы сикле булғанлыҡтан батарея башҡа подразделениеларға ҡарағанда хәрби бәрелеш һыҙығына яҡыныраҡ урынлаша. Әммә улар ниндәй генә ҡатмарлы хәлдә лә сәпкә тура тоҫҡап өҙлөкһөҙ атыш алып бара. Һөҙөмтәне политһыҙ осоу аппараттары операторҙары теркәй.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы миномет батареяһы коллективы сағыштырмаса йәш. Шуға ҡарамаҫтан, һәр кем иң ҡатмарлы бурыстарҙы үтәргә әҙер. Илде һаҡларға дуҫтары һәм таныштары үҙ теләге менән киткәс, өйҙә тороп ҡала алмағандар.
Кемдеңдер иңдәрендә хәрби хеҙмәт юлы ярты йыл, кемдеңдер йыл ярым. Бында һәр кем үҙенең полкташын туғаны тип һанай. Улар һәр ваҡыт бер-береһен яҡларға әҙер тора.
Әммә быға ла күнегәһең, тип өҫтәй яугир һәм тылдағыларҙың хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренә күрһәткән ярҙам саралары өсөн рәхмәтен белдерә. Ирекмәндәргә, изге күңелле йомарт яҡташтарға һәм гуманитар ярҙам ойоштороуҙа ҡатнашҡан предприятиеларға айырым сәләм еткереүебеҙҙе лә үтенде..