. Сара Рәсәйҙең юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойоштороло. Республика биләмәһендә йәмәғәт ойошмаһынан тыш, башҡарма власть һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары, нотариустар, адвокаттар, дәүләт юридик бюроһы бушлай консультациялар уҙғарҙы. Түңәрәк өҫтәлдә уңышлы эш тәжрибәләре ҡаралды, шулай уҡ ярҙамға хоҡуғы булған граждандар категорияһын киңәйтеү мәсьәләһе, ҡануниәттәге үҙгәрештәр тикшерелде. Былтыр Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 8 меңдән ашыу кешегә бушлай юридик ярҙам күрһәткән.