Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыртҡыстарҙың ауылға үтеп инеүе һарыҡ көтөүенең ирекле йөрөүенә бәйле. Белгестәр бүреләрҙең төндә һөжүм итеүен иҫәпкә алып, хужаларға йорт хайуандарын аҙбарға ябырға кәңәш итә. Быйыл ведомство төлкө, бүре һәм айыуҙарҙың ауылдарға яҡын килеүе буйынса 50-нән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Бөгөн 48 районда - төлкө, 10 районда бүре үрсеүе теркәлгән. Кешегә хәүеф янаған осраҡта йырҡыстарҙы аулау буйынса саралар күрелә.