Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яңы магистр программаһы асылды. Башҡорт филология факультетында хәҙер «Полилингваль белем биреүҙә лингвистик дисциплиналарҙы уҡытыуҙың заманса технологиялары» йүнәлеше буйынса ла белем алырға мөмкин. Быйылғы уҡыу йылына 16 магистрант ҡабул ителгән. Уҡыу шарттары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Сағыу методик ҡулланмаларҙы уҡытыусылар менән берлектә магистранттар эшләгән. Былтыр университеттың Башҡорт филологияһы факультетында өр-яңы йүнәлеш асыла. Ул полилингваль мәктәптәргә уҡытыусыларҙы әҙерләү, уларға лингвистик дисциплиналарҙы уҡытыуҙа заманса технологияларҙы ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.
Әле республикала 8 полилингваль белем биреү ойошмалары эшләй. Уларҙа педагогик кадрҙарға дефицит һиҙелә. Яңы магистр программаһы асылыуының төп маҡсаты - был ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү. Магистранттар араһында әле мәктәптә эшләүсе тәжрибәле уҡытыусылар ҙа бар.
Магистр программаһында филологтар ғына түгел, география, тирә-яҡ донъяны өйрәнеү, музыка, технология уҡытыусылары ла уҡый ала. Уҡыу планында төрлө дисциплиналар ҡаралған. Атап әйткәндә, полилингваль мәктәптәрҙә лингвистик фәндәрҙе уҡытыу теорияһы һәм технологиялары, эшлекле башҡорт теле нескәлектәренә төшөнәләр. Факультет етәкселеге башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлгән Башҡортостан етәкселегенә рәхмәтле. Радий Хәбиров быға тиклем «туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкәндәргә, уны яратҡандарға һәм был мөхәббәтте башҡаларға еткергәндәргә ярҙам итеү» кәрәклеген дә билдәләгәйне.
Был йүнәлештә уҡыусы һәр кем магистрлыҡ диссертацияһы яҙып, ғилми-тикшеренеү һөҙөмтәһе булараҡ һүҙлек, күнегеүҙәр йыйынтығы тәҡдим итәсәк. Иң уңышлы тип билдәләнгән әсбаптар республика полилингваль белем биреү ойошмаларына таратыласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова