Урта профессиональ белем алған студенттарҙың уҡыуға түләүгә компенсация алыуға хоҡуғы барлыҡҡа килде. Бынан тыш, 1 сентябрҙән күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр ҡала автобустарында бушлай йөрөй ала. Льгота республиканың бөтә ҡалаларында ла ғәмәлдә. Тулыраҡ артабан.
Ғәлиевтар ғаиләһендә 4 бала тәрбиәләнә. Илнур менән Айгөл яҡшы хәтерләй: тәүге бала тыуғас та, аҡса етеңкерәмәй. Йәштәр башта ата-әсәләре менән йәшәргә мәжбүр була. «Әсәлек капиталы»н алғандан һуң, йәш ғаилә аяҡҡа баҫа һәм нигеҙле була.
Күп балалы Ғәлиевтар дәүләттән төрлө ярҙам менән файҙалана. Транспорт һалымынан азат ителеү, мәҙәни учреждениеларға ташлама менән йөрөү, мәктәптә бушлай туҡланыу һәм башҡалар. Ошо көндәрҙә Ғәлиевтар кеүек ишле ғаиләләр өсөн өҫтәмә уңайлыҡ - ҡала транспортында бушлай йөрөү булдырылды. Бер бала өсөн 44 түләүһеҙ сәфәр ҡаралған.
Бынан тыш, күп балалы ғаиләләрҙән колледж һәм техникум студенттары уҡыу өсөн түләүҙәрҙең бер өлөшөн ҡайтара ала. Өфөлә генә был мөмкинлек менән 200-ҙән ашыу ғаилә файҙаланған. Льготаны юллар өсөн, Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Мөмкинлек менән Ғәлиевтар ҙа файҙаланмаҡсы. Быйыл уларҙың өлкән ҡыҙы Элина Өфө фән һәм технологиялар университеты колледжына уҡырға ингән. Ҡайтарған аҡсаны улар өйҙәрен ремонтлауға йүнәлтергә ниәтләй.
Рәзилә Ғилметдинова