Республикала быйыл ауылда эшләгән 150 уҡытыусы 690 мең һумлыҡ грантҡа эйә булған

Улар араһында Туймазы районы Райман ауылы мәктәбе вәкиле лә бар. Йәш педагог быйыл шулай уҡ «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы еңеүсеһе лә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Римма Арыҫланованың дәрестәре бер ваҡытта ла ғәҙәти үтмәй. Педагог балаларға уйын формаһында туған телгә һөйөү уятырға тырыша. Ул татар телен белеү тик дәреслектәрҙән һәм әҫәрҙәр уғыуҙан ғына тормай, тигән фекерҙә. Йәнле һөйләшеүҙең матурлығын баһалау өсөн тәүҙә мәҙәниәтте өйрәнергә кәрәк. Уға был эштә йәнһүрәттәр ярҙамға килә. Уның аша балалар халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен аңларға өйрәнә. Өҫтәүенә, балалар материалды ла тиҙ үҙләштерә.

Римма Арыҫланова мәғариф өлкәһенә осраҡлы килмәгән. Ул уҡытыусылар династияһынан. Заманында өләсәһе немец һәм рус телдәренән уҡытһа, олатаһы татар теленән. Бөгөн замандашыбыҙ үҙе балаларға телгә һөйөү уята.

Уҡытыусы һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Уҡыу процессын тағы ла һөҙөмтәлерәк итеү өсөн төрлө сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә. Римма Арыҫланова быйыл республика «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан награда менән премия алыуға ла өлгәшә. Шулай уҡ йәш ауыл уҡытыусыһы булараҡ 690 мең һумлыҡ грант менән бүләкләнгән.

2019 йылдан алып республикала 525 уҡытыусы ошондай уҡ грантҡа эйә булған. Быйыл улар тағы ла 150-гә артты. Шулай уҡ 2020 йылдан Башҡортостанда «Ауыл уҡытыусыһы» федераль программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Республикала яңы мәктәптәр төҙөлә, заманса уҡыу-уҡытыу ҡоролмалары менән йыһазландырыу эше уңышлы алып барыла.

Азат Ғәлиуллин