Баш ҡалала - яңы «сатраш» билдәләр

Зәки Вәлиди Совет, Карл Маркс, Аксаков урамдары менән киҫешкән урында Өфөлә тәүгеләрҙән булып «сатраш» билдәләр һыҙылды. Улар Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге башланғысы буйынса барлыҡҡа килде. Автомобиль тығындарына юл ҡуймау өсөн билдәләр төндә һыҙыла.Үҙәк хеҙмәткәрҙәре был эште ҡаланың коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү идаралығы, Республика дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә башҡара. Билдәләр өсөн Рәсәйҙә дәүләт стандарты буйынса эшләнгән махсус юл буяуы ҡулланылған. Бер юл саты өсөн 60 килограмм самаһы сеймал тотонолған. Белгестәр билдәләүенсә, «вафля» билдәләре водителдәргә һәм йәйәүлеләргә визуаль ярҙам булып хеҙмәт итә. Улар автомобиль хужаларына башҡа йүнәлештәрҙә хәрәкәттә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ өсөн туҡталырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

Зәки Вәлиди урамы ҡаланың төп юл артерияһы. Ул баш ҡалаға инеү һәм сығыу юлы. Халыҡ йома көн эштән һуң тап ошо юлдан хәрәкәт итә, юл трафигы ҡатмарлаша. Зәки Вәлиди урамының өс юл сатында вафля билдәләрен һыҙыу беҙгә юл хәрәкәтен көйләргә ярҙам итәсәк. Был йүнәлештә артабан да эште дауам итәсәкбеҙ.

Илья Крюков, Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе