Хәйбулла районында Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү буйынса айырым программа булдырылған

Уға ярашлы, һәр кем дүрт йәшкә тиклем айғыр малы, ат егеү кәрәк-ярағы һатып алыуға йөҙ мең һумға тиклем субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. 2022 йылдан алып ике фермерға ярҙам күрһәтелгән. Уларҙың береһе - Илгиз Тажетдинов. Йылҡысылыҡ менән бишенсе йыл шөғөлләнгән йүнсел муниципаль программала ҡатнашып мал башын арттырған. Бынан тыш, ул үҙ көсө менән мал һимертеү базаһын да төҙөгән.