Благовещен районынан хәрби бәрелештәр ветеранына «аҡыллы» ҡул таяғы тапшырылды

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында Благовещен районынан хәрби бәрелештәр ветеранына «аҡыллы» ҡул таяғы тапшырылды. Александр Голубев махсус хәрби операцияла ҡатнашып, күреү һәләтен юғалтҡан. Әле реабилитация үтә. Махсус иҫкәртеүсе ҡоролма ярҙамында ул урамда һәм бинала йөрөгәндә ҡаршылыҡтарҙы еңел үтә аласаҡ. Социаль координаторҙар «Аҡыллы ҡул таяғы» менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен дә аңлатырға вәғәҙәләне. Ветеран фонд хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтен еткерҙе. Әйткәндәй, ойошма филиалында техник реабилитация сараларын алыуға документтар ҡабул итеү дауам итә. Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-cе йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон: + 7(347) 268-01-02.