Сибайҙағы республика полилингваль күп профилле мәктәп-интернатында уҡыусылар пилотһыҙ осоусы аппараттар менән эш итеү нигеҙҙәрен өйрәнә башланы. «Пилотһыҙ авиация системалары» мәғариф программаһы буйынса педагогик коллектив махсус уҡыу үткән, кабинетта ремонт уҙғарылып, тейешле ҡорамалдар - компьютер, 3д принтер, программа тәьминәте һатып алынған. Белем алыу техник ижад буйынса алып барыла. Уҡыусылар квадрокоптер йыйыу, ремонтлау һәм уның менән идара итеү буйынса һәләтен камиллаштыра. Дәрестәр моторика һәм логик фекерләүҙе үҫтереү йәһәтенән дә файҙалы.