Яуҙаштарын патриотик шиғырҙары менән рухландырған замандашыбыҙ ялға ҡайтты

Ҡәләм һәм ҡорал менән. Яуҙаштарын патриотик шиғырҙары менән рухландырған замандашыбыҙ ялға ҡайтты. «Рим» ҡушаматлы яугир 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операция биләмәһендә Бөгөн ул тыуған Өфө ҡалаһына дүртенсегә ялға ҡайтҡан. Яҡташыбыҙ бала сағынан шиғыр яҙа. Ижадҡа һөйөү уға атаһынан күскән. Өләсәһе лә илһамлы күңелле булған. Яугир шиғырҙарын башлыса яҡындарына, дуҫтарына һәм бөгөн яуҙаштарына бағышлай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандан алып ул башлыса патриотик темаларға яҙа.

Шиғыр яҙыу минең күңелемә килгән илһам. Уны бер нисек тә тыя алмайым. Ижад итеү мине ҡанатландыра. Илһам бигерәк тә бөгөн алғы һыҙыҡта йөрөгәндә ярҙам итә. Алға, еңеүгә әйҙәй.

«Рим» ҡушаматлы яугир