Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә махсус хәрби операция биләмәһенән фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты. Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон – республикала барлыҡҡа килгән беренсе ирекле хәрби берләшмә. “Батальон беренсе көндән яуҙа ҡатнаша. Ул Башҡортостандың данлы тарихына үҙ исемен индерҙе. Яугирҙәргә рәхмәт һәм хөрмәт белдерәм”, - тип яҙа Радий Хәбиров.