Башҡортостанда һайлау көндәрендә ҡайһы бер мәктәптәр эшләмәй

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, белем биреү усаҡтарында тематик саралар йәки ситтән уҡытыу ойошторолорға мөмкин. Мәктәптәр Сәләмәтлек йәки Спорт көнө, экскурсия, йәрминкә һәм асыҡ һауала башҡа саралар уҙғара ала. Бынан тыш, 6 сентябрҙә имтихандарҙы ҡайтанан тапшырыу көнө иҫәпләнә. Республика Башлығы өсөн тауыш биреү һәм муниципаль һайлауҙар өс көн үтә. Һайлау участкалары 6, 7 һәм 8 сентябрҙә асыҡ була.