Дәүләт номерҙарын ҡаплап йөрөгән йөк автомобилдәре хужаларының лицензияһы тартып алынасаҡ

Юлдағы ауырлыҡ контролен дәүләт номерҙарын ҡаплап үткән йөк автомобилдәре хужаларының лицензияһы тартып алынасаҡ.

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылы эргәһендәге карьерҙан ҡом һәм ҡырсынташ ташыусы йөк автомобилдәре Ольховое ауылы янындағы ауырлыҡ контролен дәүләт номерҙарын йәшереп үтә. Ҡом тейәгән йөк автомобилдәре ауырлыҡ контроленә барып етер алдынан машинаның дәүләт номерҙарын ҡаплай, уны үткәс кире ҡуя. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ведомство-ара комиссия сиктәрендә был фактты асыҡлауҙа көн һайын тиерлек рейд үтәкәрә. Артыҡ йөк тейәгән машиналар асфальт ҡатламын боҙа. Номерҙы ҡаплаған өсөн штраф 5000 һум булһа, йөктө арттырып тейәгән өсөн штраф юридик ойошмалар өсөн 100 мең һумдан 500 мең һумға тиклем барып баҫа.

Ҡырмыҫҡалы районында бер ай элек ведомство -ара комиссияның ер аҫты ҡаҙылмаларын файҙаланыусылар менән осрашыуында артыҡ йөк тейәп йөрөү тураһында һүҙ булды, беҙ ойошмаларҙы иҫкәрттек. Әммә ауырлыҡ контролен дәүләт номерҙарын йәшереп үтеү осрағы туҡтамай. Беҙ бөтә факттарҙы хоҡуҡ органдарына ебәрәбеҙ. Ҡом һәм ҡырсынташ ҡаҙып ташыусы был ойошмаларҙың лицензияһы тартып алына.

Нияз Фазылов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры