Башҡортостан халҡы төбәк башлығын һайларға әҙерләнә

6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан халҡы төбәк башлығы өсөн тауыш бирәсәк. Шулай уҡ ошо көндәрҙә бер мандатлы Өфө округында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм республиканың төрлө райондарында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау үтәсәк. Был көндәрҙә шулай уҡ "Рәхмәт" акцияһы ла ойошторола. Унда һайлау участкаларына килгән бөтә халыҡ ҡатнаша ала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, яҙғы акциянан айырмалы рәүештә, Өфөлә бер нисә фатир уйнатыла. Бынан тыш башҡа ҡиммәтле бүләктәр ҙә уйнатыла. Улар араһында квадроцкл да бар. Акцияла ҡатнашыу өсөн иң тәүҙә һайлауҙарға килергә кәрәк. Һәм быны ни тиклем иртәрәк эшләһәгеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ. Тауыш биргәндән һуң QR-билет биреләсәк, уны рахмат102.рф сайтында теркәргә, контакт мәғлүмәттәрен тултырырға кәрәк.