Капиталь ремонт тау-мәғдән сәнәғәте өлкәһе предприятиеһы ярҙамында башҡарылған, ошо маҡсатта яҡынса 7 миллион һум аҡса бүленгән. Мәктәпкәсә учреждениеға компания бағыусылыҡ ярҙамын тәүге тапҡыр ғына күрһәтмәй. Быға тиклем бинаның ҡыйығы, тәҙрәләре алмаштырылған. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында төҙөлгән,балалар баҡсаһы ремонттан һуң заманса төҫ алған. Әле бында алтмышҡа яҡын бала тәрбиәләнә. Алдағы йылдарҙа бинала эске биҙәкләү эштәрен ойоштороу ҙа планлаштырыла.