Оҙон ғүмерлелек ресурсы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханана Ришат Фәйзрахмановтың ошондай исем аҫтында донъя күргән китабының исем туйы үтте.
"Оҙон ғүмерлелек ресурсы" китабының башҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы йылында нәшер ителеүе осраҡлы түгел. Уның геройҙары Башҡортостандың, Өфөнөң үҫешенә тос өлөш индергән, бар ғүмерен тыуған төйәгенә бағышлаған шәхестәр. Автор Ришат Шәрип улы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа оло быуын вәкилдәре, йәғни көмөш ирекмәндәр "Оҙон ғүмерлелек" программаһына ла йәлеп ителә, улар ижади сараларҙа ла, спорт ярыштарында ла, сәйәхәтттәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Китапта ошо сараларҙы ойоштороусыларҙың, ҡатнашыусыларҙың тәьҫораттары тураһында ла яҙылған. Исем туйына килеүселәр фекеренсә, был китапта иҫтәлекле ваҡиғалар, кешеләр яҙмышы аша республикала барған хәл-ваҡиғалар сағылыш тапҡан. Китап йәш быуын өсөн дә фәһемле, оло быуын вәкилдәренең тормош рәүеше, уй-фекерҙәре күркәм өлгө, маяҡ булып тора.