Радий Хәбировтың махсус хәрби операция биләмәһенә килеүенең видеофрагменттары интернетта ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бигерәк тә ошо видео. Кадрҙарҙа төбәк етәксеһенең Башҡортостан яугирҙары менән аралашыуы һәм был ваҡытта яҡында артиллерия һәм ПВО эшләүе ишетелә. Күп кенә ҡулланыусылар комментарийҙарында ни өсөн төбәктең юғары вазифалы кешеһе фронт территорияһында әүҙем һуғыш барған урындарҙа тора, тип һорай, һәм төбәк етәксеһенең именлеге өсөн борсолоу белдерә. Радий Хәбировты сәфәрендә оҙатып йөрөгән Башҡортостан башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов беҙгә ошо хәүефтәргә аңлатма бирҙе.