2024 йылда республиканың биш муниципалитетында урынлашҡан 39 күп фатирлы йортта 119 подъезд ремонтлана. Баш ҡалала быйыл 24 күп фатирлы йорттоң 77 подъезы тәртипкә килтерелә. Капиталь ремонт буйынса шулай уҡ лифтттар алыштырыла, ҡыйыҡ яңынан ябыла һәм йорт фасадтары йылытыла.
Черниковка урамындағы 87-се йорттоң фасады йылытып көпләнә. 1972-се йылда һалынған панелле йортта ҡыш көнө һыуыҡ була башлағас, фатир хужалары капиталь ремонтты өйҙө йылытыуҙан башларға ҡарар иткән.
Фасадты ремонтлау июлдә башланған, подрядсы ойошма етәксеһе белдереүенсә, сентябрь аҙағына тамамлана. Киләһе йылға йортта лифттарҙы алмаштырыу күҙаллана.
Өфөнөң Комсомол урамындағы күп ҡатлы йорттың подъездарына капиталь ремонт ремонт эшләнгән.
Подъезд ишеге яны төҙөкләндерелгән, беренсе ҡатҡа керамик плитка һалынған, почта йәшниктәре алыштырылған, энергияны һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылған.
1976 йылда төҙөлгән йортта бындай капиталь ремонт күптән булмаған. Йорт файҙаланыуға тапшырылғандан бирле бында йәшәүселәр ҙә быны билдәләй.
Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы республика башлығы инициативаһы буйынса 2019 йылдан эшләй. Уның сиктәрендә 3,5 миллиард һумға 8 мең самаһы подъезд яңыртылған. Дөйөм алғанда 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелгән. Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын үтәүҙең контроль ваҡыты октябргә тиклем билдәләнгән.
Рәмилә Исмәғилева