Башҡортостанда фән кандидаттары һәм аспиранттарға йыл һайын 200 миллион һум йүнәлтелә

Башҡортостан - йәш ғалимдарға күрһәтелгән ярҙам саралары рейтингында Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре исемлегендә. Фән кандидаттары һәм аспиранттарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм стажировкалар ойоштороуға ғына йыл һайын 200 миллион һум йүнәлтелә. Башҡорт дәүләт аграр университетында уңышлы ғилми эшмәкәрлек алып барып, дәүләт ярҙамы алған замандаштарыбыҙ тураһында киләһе яҙма.

Икенсегә атай-әсәй булыу, баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан фатир өсөн ипотека түләүҙәрен тулыһынса ҡаплау - Регина менән Илдар Ғәтиәтуллиндар ғаиләһендә бер-бер артлы һөйөнөслө ваҡиғалар булып тора. Башҡорт дәүләт аграр университетының биотехнологиялар һәм ветеринария медицинаһы доценты булып эшләгән ҡыйыу яҡташыбыҙ йәш ғалимдарға ярҙам буйынса төбәк программаһына эләгеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ирешкән.

Һуңғы ике йыл эсендә генә Башҡорт дәүләт аграр университетында егерме йәш ғалим төбәк программаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Юғары уҡыу йортоноң электр машиналары һәм электр ҡорамалдары кафедраһы мөдире Салауат Аҡсурин да тәүгеләрҙән булып фатир өсөн ипотека түләүҙәрен бер миллион һумға кәметкән. Йәш ғалим солоҡсолоҡ буйынса ғилми тикшеренеүҙәр алып бара.

Аспиранттар һәм фән кандидаттары дәүләт ярҙамы менән Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы ғилми-тикшеренеү үҙәктәре һәм юғары уҡыу йорттарында стажировка ла үтә ала. Берҙәм проекттар алып барыу, яңы фәнни асыштар яһауға йәнә бер этәргес.

Фән һәм юғары мәктәпте үҫтереү - республиканың идара итеү командаһы өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Йәш ғалимдарға билдәләнгән ярҙам сараларына ғына йыл һайын 200-әр миллион һум бүленә. Шул уҡ ваҡытта алып барылған ғилми тикшеренеүҙәр, проекттарҙың практик яҡтан һөҙөмтәһе лә булырға тейеш. Бизнес һәм фәндең кооперацияһына төп иғтибар. Шуға гранттар бүлгәндә лә был төп күрһәткес буласаҡ.

Һәләтле быуынды фәнгә, юғары мәктәпкә ылыҡтырыу - мөһим бурыстарҙың береһе. Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә генә 18 йәштәр лабораторияһы ойошторолған. Вуз-ара студенттар кампусының икенсе этабы сиктәрендә геном үҙәге төҙөлөшө алып барыла, алдағы йылдарҙа биләмәлә дөйөм майҙаны 120 мең квадрат метр булған ете башня күтәреү бурысы ла ҡуйылған.

Гөлназ Хәйбуллина