Ғәҙел һәм асыҡ һайлау. Башҡортостан башлығын һайлау барышында тауыш биреү участкаларында 13 меңгә яҡын бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе эшләйәсәк. Махсус уҡыу үткән күҙәтеүселәр йәмәғәт палатаһы штабы тарафынан әҙерләнә. Уларҙың күбеһе сәйәси кампаниялар барышын тикшергән тәжрибәле белгестәр. Юристар, уҡытыусылар, студенттар, ауыл эшсәндәре һәм башҡа һөнәр эйәләре бойондороҡһоҙ рәүештә тауыш биреү процессын күҙәтеп барасаҡ. Улар һайлауҙы контролдә тотоу йүнәлешендә мөһим бурыстарҙы үтәй. Эксперттар журналистар менән берлектә халыҡҡа дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт еткерергә булышлыҡ итә. Төп үҙәктән тыш, шулай уҡ мобиль төркөмдәр эшләй, улар штаттан тыш хәлдәрҙә урындарға сығырға һәм квалификациялы ярҙам күрһәтергә һәр ваҡыт әҙер.