Өфөләге "Хакимиә" мәсетендә реставрация бара

Әле бинаның эске  өлөшө төҙөкләндерелә, тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. Мәсет 1907-1908 йылдарҙа төҙөлгән. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында бында мәктәп, клуб, төрмә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең диспетчер бүлексәһе урынлашҡан. Бинала төҙөкләндереү эштәре 2002 йылда башланған.