Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. - Сентябрь - эш табыу өсөн яҡшы ваҡыт. Был айҙа 120-нән ашыу сара ҡаралған. Улар араһында - вакансия йәрминкәләре, эш биреүселәр менән осрашыуҙар, - тине министр. Сентябрҙә саралар менән Республика халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге сайтында танышырға була.