Бындай башланғыс республика парламентында ҡаралды. Проект авторҙары әйтеүенсә, Өфөлә ҡайһы урамдарҙа алтаҡталарҙағы яҙыуҙар барыһы ла тиерлек инглиз телендә. Башҡорт һәм рус телдәрен һаҡларға кәрәк. Шуға башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә була, тип белдерелде Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ултырышында.