Башҡортостанда өс көнгә иҫәпләнгән һайлауҙар башланды

Халыҡ республика башлығын һайлай, Өфө районында парламентҡа өҫтәмә һайлау уҙғарыла, ә күп кенә ҡалаларҙа һәм райондарҙа урындағы совет депутаттары һайлана. Төбәктә бөтәһе 218 һайлау кампанияһы ойошторола. Баш ҡаланың ижади коллективтары Башҡортостан башлығын һайлауҙа тотош ансамблдәр, оркестр составы менән ҡатнашты. Сәнғәт әһелдәре «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы участка һайлау комиссияһында гражданлыҡ бурысын үтәне.

Республиканың төп концерт залы сәйәси кампания ваҡытында ла үҙ асылынан тайпылмай. Тауыш бирергә килеүселәрҙе иртә таңдан уҡ тотош оркестр менән ҡаршы алалар. Хәйер һайларға килеүселәрҙең дә күпселеге үҙҙәре үк артистар. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле эш көнө тип ҡарап тормай гражданлыҡ бурысын үтәргә тотош коллектив менән килгән. Бейеүселәр етәксеһе Нәзир Байегетов иһә байрам төҫө алған сараға балаларын да алған.

Халыҡтар дуҫлығы йорто ла һайлауҙа тулы күләмдә ҡатнаша. Беҙҙә төрлө милләт вәкилдәре ҙур бер ғаилә булып йәшәй. Шуға ла киләсәкте билдәләүсе сараға бергәләп килергә булдыҡ , ти Эльмира Саматова.

Күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре лә үҙ тауышын «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы участка һайлау комиссияһында бирҙе. Тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәргә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев килде. Парламент рәйесе , ғәҙәттәгесә, сәйәси кампанияның әүҙемлеген фаразлай. Тауыш биреү хоҡуғына эйә халыҡтың 70 проценты гражданлыҡ бурысын үтәйәсәге көтөлә, тине Константин Толкачев.

Һайлауҙың юридик яҡтан камил, бер ниндәй хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ үтеүенә ышанабыҙ. Участка һайлау комиссияһына килгән һәр кеше ирекле рәүештә Конституция хоҡуғы менән файҙаланыр тип уйлайым. Ҡануниәт яғынан барыһы ла теүәл. Закондар заманса һайлау- хоҡуҡи талаптарға яуап бирә.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры Андрей Назаров та ошо уҡ участка һайлау комиссияһында тауыш бирҙе. Сәйәси кампания өс көн дауам итеүгә ҡарамаҫтан, беренсе көндә үк килдем. Һайлауҙың ни тиклем мөһим икәнлеген барыһы ла аңларға тейеш. Һәр кем үҙе ышанған үҫеш йүнәлешен һайлап уның тауышы иҫәпкә алынғанлығына инанырға тейеш, ти Андрей Назаров.

Һайлау һөҙөмтәләренә, ниндәй партия вәкилдәре булыуға ҡарамаҫтан, республиканың үҫешен тәьмин итеү өсөн берләшеү мөһим. Был Башҡортостанда йәшәүсе һәр кемдә, уларҙың тормошо , үҙ сиратында килемендә лә сағылыш табасаҡ.

Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры

Гражданлыҡ бурысын үтәүселәр участка һайлау комиссияһынан буш ҡул менән ҡайтмай. Теләүселәр шунда уҡ сувенирҙар, ҡул эштәре өлгөләре һатып ала. Һәр хәлдә һәр кем рәхмәт әйтелә. Ошо исемле акцияла ҡатнашыусылар араһында һуңынан ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.

А.Кәбиров