Башҡорт дәүләт медицина университетында ике меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән

Башҡорт дәүләт медицина университетында урынлашҡан 105-се һайлау участкаһында ла республика башлығы өсөн тауыш биреү ойошҡанлыҡ менән бара. Участкала бөтәһе ике меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән, уларҙың күбеһе студенттар.

Башҡорт дәүләт медицина университеты корпусындағы һайлау участкаһына халыҡ иртәнге һигеҙҙән килә. Лекцияларҙан һуң тәнәфес ваҡытында студенттар сират тороп тауыш бирә. Беренсе курстарҙың күбеһе райондарҙан, шуға ла улар сәйәси кампанияла мобиль һайлаусы системаһы буйынса ҡатнаша.

Медицина университеты уҡытыусылары ла гражданлыҡ бурысын бында үтәй. Медицина өлкәһендәге бөтә ҡаҙаныштар республика халҡы сәләмәтлеге өсөн һәм төбәктең киләсәге артабан да ышаныслы етәксе ҡулында булырға тейеш, ти улар.

Һайлау участкаһына яҡын урынлашҡан Киров районы хакимиәте, Республика йорто, Милли банк һәм башҡа республика ведомстволарында эшләүсе граждандар ҙа килеп тауыш бирә.

Руслан Ишемғолов, 105-се һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе

Юғары уҡыу йорто ректоры, Өфөнөң почетлы гражданины Валентин Павлов та республика башлығы өсөн тауыш бирҙе. Ректор әйтеүенсә, тәүге көндә университет студенттарының яртыһы һайлауҙа ҡатнашып өлөгөргән.

Беҙҙең дауаханаларҙа ла һайлау участкалары эшләй, унда пациенттар тауыш бирә. Кисә генә 18 йәше тулған студенттарға иһә беҙ бүләктәр әҙерләнек, был көн уларҙың ғүмерлеккә иҫендә ҡаласаҡ.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Һайлаусылар өсөн 10-сы корпус алдындағы майҙанда студенттар концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Рәмилә Исмәғилева