Тәүге бюллетендәр һайлау урналарына төшөрөлдө. Республика халҡы Башҡортостан башлығын һайлау өсөн үҙ тауыштарын бирә. Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында урынлашҡан 185-се һайлау участкаһы иртәнге сәғәттәрҙә үк эш участкаһы иртәнге сәғәттәрҙә үк эш башланы. Тәү сиратта һайлау урналары йәбештерелде, бюллетендәр сығарылды. Комиссия ағзалары булараҡ беҙҙең коллегалар, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткрәҙәре эшләй. Участкала хоҡуҡ органдары вәкилдәре менән күҙәтеүселәр ҙә бар. Һайлау участкаһына башлыса шәхси сектор ҡарай, барлығы 815 кеше теркәлгән. Иң беренсе булып гражданлыҡ бурысын Гөлсинә Сөләймәнова үтәне.
Һайлауҙың тәүге иртәһе тыныс башланды. Халыҡ башлыса көндөҙгө мәшәҡәттәргә тиклем гражданлыҡ бурысын үтәргә тырыша. 185-се һайлау участкаһында тәүге тапҡыр тауыш бирергә килеүселәр ҙә байтаҡ. Уларға сувенирҙар тапшырылды.