Йәмғеһе районда 50 меңдән ашыу кеше сәйәси кампанияла ҡатнашыр, тип көтөлә. Иглин ауылы Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2013-сө тауыш биреү участкаһында 2 меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән. Иртә менән тәүгеләрҙән булып Башҡортостан башлығы һәм Иглин районы үҙидара органдары депутаттарын һайларға райондың иң өлкән граждандары килде. Пенсионер Динә Зөбәйҙуллина белдереүенсә, Конституция бурысыңды үтәү - ул намыҫ талабы.
Хәйбулла районында иһә 20 меңдән ашыу тауыш биреүсе теркәлгән. Тауыш биреүселәр уңайлығы өсөн районда 60 һайлау участкаһы эшләй, уларҙың бишәүһе район үҙәге Аҡъярҙа урынлашҡан. Иртәнге сәғәттәрҙән үк һайлау участкаларында әүҙемлек күҙәтелә, халыҡ гражданлыҡ бурысын үтәүҙә ғаиләләре менән ҡатнаша.