Үҙәктә журналистарға оператив мәғлүмәт алыу өсөн тулы шарттар тыуҙырылған, эш урындары, ноутбуктар, юғары тиҙлекле интернет, тура бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был һайлау барышын яҡтыртыу сифатын яҡшырта. Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә өс көн дауамында эксперттар- сәйәсмәндәр, ойоштороусылар, күҙәтеүселәр һайлау барышы тураһында һөйләй һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә.
Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә тәүге көндә Башҡортостан һайлау комиссияһы, Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре һәм башҡа эксперттар менән брифингтар ойошторолдо. Ула әйтеүенсә, тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтә. Һайлауҙа йәш быуындың әүҙемлеге күҙәтелә. Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың да гражданлыҡ бурысын үтәүе тураһында һөйләне.