Башҡортостан башлығы өсөн Мәскәүҙә лә тауыш бирәләр

Һайлау участкаһы Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллектә асылды һәм ул бөтә сәйәси кампания барышында, йәғни өс көн буйына эшләй. Унда республикала теркәлгән, тик төрлө сәбәптәр буйынса Мәскәүҙә булған граждандар тауыш бирә ала. Көн дауамында участкаға студенттар, командировкала булыусылар һәм госпиталдәрҙә дауаланыу үткән махсус хәрби операция яугирҙары килде. Тауыш биреүселәр араһында Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла бар ине.

Мәскәүҙәге һайлау участкаһында тауыш бирер өсөн, «мобиль һайлаусы» механизмы ярҙамында ғариза тапшырырға, йәғни сәйәси кампания аҙағына тиклем Участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Комиссия ағзалары күсмә урна менән тауыш биреүселәрҙең йорттарына ла сыға. Әйткәндәй, төбәктән ситтә ошондай һайлау участкаһы тәүгә ойошторола. Тәжрибә киләһе һайлауҙа ла файҙаланылыр, тип көтөлә.

Мәскәү һайлау участкаһына 300-гә яҡын кеше теркәлде. Йәмғеһе баш ҡалала 4 меңләп Башҡортостан халҡы йәшәй. Уларҙы участкала көтөп ҡалабыҙ.

Илшат Рәхмәтуллин, 3550-се экстерриториаль һайлау участкаһы рәйесе