Ижади ғаиләләр араһында Рушанна Бабич һәм Булат Йосопов та бар. Башҡортостандың театр һәм кино йондоҙҙары Санкт-Петербург ҡалаһында белем алған студент улдары менән бергә тауыш биреүҙә ҡатнашты. Шулай уҡ «Рәхмәт» акцияһына ла улар ихлас ҡушылды.