Башҡортостанда тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтә

Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, етди ҡағиҙә боҙоуҙар һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән. Интернетта тауыш биреүгә килгән граждандарға мисәт һәм ҡултамға ҡуйылмаған бюллетень тапшыралар тигән мәғлүмәт булды. Ялған бюллетендәр таратыуға бәйле хәбәрҙәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Беҙ комментарий һорап Республика Үҙәк һайлау комиссияһына мөрәжәғәт иттек. Ведомствонан – был хәбәрҙәр ялған тип яуап бирҙеләр. Закон буйынса, бөтә бюллетендәргә лә мотлаҡ мисәт баҫыла һәм участка һайлау комиссияһының ике ағзаһы имзаһын ҡуя. Мисәт һәм ҡултамға ҡуйылмаған бюллетень булыуы мөмкин түгел. Граждандарҙан быға бәйле бер ниндәй ҙә ялыу-мөрәжәғәт килмәгән.