Һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исәргәкова ошо турала белдерҙе. Йәмәғәт күҙәтеүселәре араһында төрлө өлкәлә эшләгән белгестәр, предприятие эшселәре, студенттар бар. Башҡортостанда һайлау барышын полицейскийҙар ҙа күҙәтә. Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәртип һаҡсылары һәр участкала эшләй.