"Рәхмәт" акцияһы барышында 130 приз уйнатыла

Был турала бөгөн Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә брифингта белдерелде. 6, 7 һәм 8 сентябрҙә участкаларға килгәндәргә QR-билеттар бирелә. Уларҙы теркәгәндән һуң ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге була. Әйткәндәй, бөгөн акция барышында тәүге бүләктәр уйнатылды. Балтас, Дүртөйлө, Учалы райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәр робот саң һурҙырғыс, ҡәһүә машинаһы, смартфон, велосипед һәм башҡа бүләктәргә эйә булды.