Борайҙа һайлаусылар яугирҙәргә ярҙам итә

Райондың Таңғатар ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам туплау буйынса “Беҙ бергә” тигән акция ойошторолған. Таңғатарҙаҫы һайлау участкаһында 6 ауыл кешеләре тауыш бирә. Улар гражданлыҡ бурысын үтәй һәм һалдаттар өсөн аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, гигиена кәрәк-яраҡтары алып килә. “Ил һаҡсыларына күңел йылыһын өләшергә теләнек. Уларҙың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”, - ти Борай халҡы. “Беҙ бергә” акцияһы иртәгә лә дауам итә. “Сара яҡташ яугирҙәребеҙҙең рухын күтәреү, берҙәмлегебеҙҙе күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо”, - тип белдерҙе Таңғатар ауыл советы башлығы Алһыу Төхбәтуллина.