Һайлауға бар ҙа, сәләмәтлегеңде тикшерт. Стәрлетамаҡ ҡалаһы аренаһына килеүсе һайлаусылар өсөн майҙанда Сәләмәтлек поезы эшләй. Шулай уҡ ташламалы хаҡҡа һырғалаҡта шыуырға мөмкин, спорт инвентарынан бүләктәр бирелә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Ауырғазы районында һайлау барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
Юламан ауылындағы һайлау участкаһына иртән «Третьяк» ҡушаматлы яугир, махсус хәрби операция ветераны ғаиләһе менән килде. Чечен һуғышында ла булған яугир былтыр үҙ теләге менән фронтҡа киткән. «Башҡортостан» мотоуҡсылар 31-се полкында хеҙмәт иткәндә аяғы ҡаты яраланған. Ярты йылы госпиталдә ятҡандан һуң тыуған ауылына ҡайтҡан. Хәрби сатанлап йөрөһә лә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, ауыл клубының ҡыйығын ремонтлау өсөн 36 мең һум аҡса биргән.
Ауырғазы районы үҙәге Талбазылағы 979 -сы һайлау участкаһы ишектәре асылыу менән тәүгеләрҙән булып һуғыш балалары инде. 92 йәшлек Рәшит Зәйнәғетдинов менән 88 йәшлек Зәйтүнә Шәйәхмәтова һәр ваҡыт район мәҙәниәт йортондағы участкала тауыш бирергә күнеккән.
979-сы һайлау участкаһында ике мең ярым кеше теркәлгән. Йома көндө бюджет өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр әүҙем килһә, шәмбе -хаҡлы ялдағылар.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының спорт һарайындағы 3460-сы һайлау участкаһына мең өс йөҙ кеше ҡарай. Ике көндә уларҙың 45 процент тирәһе тауыш биргән. Һайлау участкаһына иртән иң беренсе килеүселәргә тәмлекәстәр әҙерләнгән.
Һайлаусылар «Рәхмәт» акцияһы буйынса 90 процент ташлама менән билет һатып ала. Өс көн дауамында билдәләнгән график буйынса ун һумға ғына һырғалаҡта шыуа.
Спорт һарайында урынлашҡан һайлау комисияһынан тауыш биреүселәр өсөн тағы бер сюрприз әҙерләгән.
Гражданлыҡ бурысын үтәүселәр шунда уҡ сәләмәтлеген тикшертә ала. Арена янында Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһынан «Сәләмәтлек поез»ы туҡталған. Бында флюрография үтергә, маммолог, гинеколог кеүек тар белгестәрҙән консультация алырға, анализ тапшырырға була.
Рәмилә Исмәғилева