Отпусктағы яугирҙар гражданлыҡ бурысын үтәй

Яуҙа ла ялда ла яҡты киләсәк өсөн. Отпусктағы яугирҙар ҙа гражданлыҡ бурысын үтәй. Участка һайлау комиссияларына улар байрамса кейенеп , хәрби наградаларын тағып килә. Өфө районының Авдон ауылынан Айнур Кәбиров репортажы.

Аҡһаҡлап, әммә ышаныслы аҙым менән яҡты киләсәккә. «Латып» ҡушаматлы яугир йәрәхәтләнеү сәбәпле, ялда булыуға ҡарамаҫтан, тауыш биреүҙе төп гражданлыҡ бурысы һанай. Иртә таңдан хәрби кейемен кейеп тормош иптәше, улы менән бергә участка һайлау комиссияһына килгән.

Улар яҡты, тыныс, етеш киләсәкте һайлауҙа ғына түгел, сик буйында ла яҡлай. Шуға ла улар һәр тауыштың мөһим булыуын яҡшы белә. Бер ҡаршылыҡ алдында ла баҙап ҡалмаҫ лидер , команданы туплаусы башлыҡ һайлайбыҙ, ти «Латып»

Бер нисә көндән яугирҙар тағы махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ләкин Башҡоростан башлығын һайлау уларҙың күңелендә оҙаҡҡа һаҡланасаҡ. Ауыл балалары берҙәм тауыш биреү көнөндә урындағы халыҡ өсөн ҙур байрам һәм көҙгө йәрминкә ойошторҙо. Ә инде һатыуҙан алынған килем ил мәнфәғәтен яҡлаусы яугирҙарға ярҙамға оҙатыласаҡ.

Айнур Кәбиров