Һайлаусыларҙың өйҙән тауыш биреү хоҡуғы ла бар. Был мөмкинлек менән өлкән йәштәгеләр, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, ауыр сирлеләр файҙалана ала. Участка һайлау комиссиялары граждандарҙан көн дә мөрәжәғәттәр ҡабул итә. Һайлау барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Һайлау участкаһына үҙаллы бара алмаған аҙ мобилле граждандар өй шарттарында тауыш бирә ала. Салауат ҡалаһынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Пискарев та үҙе өсөн уңайлы ваҡытты алдан хәбәр итеп, комиссия ағзаларын яҡшы кәйеф менән ҡаршыланы. Күкрәк тулы орден-миҙал таҡҡан сал сәсле яҡташыбыҙ сәйәси кампанияның мөһимлеген билдәләне.
Стәрлетамаҡ районынан сал сәсле яугир Ғәбдрәшит Әһлиуллин Башҡортостан башлығы өсөн өй шарттарында тауыш бирҙе. Бюллетенде тултырып үҙ ҡулдары менән күсмә йәшниккә төшөрҙө. Өфөнән 87 йәшлек хеҙмәт ветераны Таисия Никитина ла комиссия ағзаларын фатирында ҡабул итте. Ханым бер һайлауҙы ла ҡалдырғаны булмауын билдәләне.
Өфөнөң Киров районы буйынса 115-cе һайлау участкаһы буйынса өйҙән тауыш бирергә теләүселәрҙән айырым исемлек төҙөлгән. Комиссия ағзалары адресаттар буйынса көнөнә ике-өс тапҡыр сыға.
Республика өсөн мөһим сәйәси кампанияла һәр кемдең тауышы мөһим. Һайлау участкалары тарафынан өй шарттарында тауыш биреү тураһында мөрәжәғәттәр 8 сентябрь көндөҙгө сәғәт икегә тиклем ҡабул ителә. Комиссия ағзалары барлыҡ адрестар буйынса йөрөп сығасаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина