Башҡортостан башлығын һайлауҙа сенаторҙар ҙа ҡатнаша. Өфөнөң 158-се гимназияһында урынлашҡан 144-се һайлау участкаһында Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова тауыш бирҙе. Һайлау участкаһына сенатор тормош иптәше Рәхимйән Ғүмәров менән килде. Һайлауҙың икенсе көнө тынысыраҡ үтә, тип иҫәпләнһә лә, гражаданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәр ағымы туҡтамай. Участкала барлығы 2600 һайлаусы теркәлгән, улар араһында күптән түгел 18 йәшен тултырған йәш өфөлөләр ҙә бар.