Һайлауҙың икенсе көнөндә Өфөнөң Зубов ауылындағы 3505-се һайлау участкаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов гражданлыҡ бурысын үтәне. Билдәле йырсы һәр ваҡыт әүҙем һайлаусылар рәтендә.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле балерина Гүзәл Сөләймәнова ла үҙ тауышын бирҙе. Ул һайлауҙа ҡатнашыу һәр кешенең шәхсән яуаплығы һәм гражданлыҡ бурысы тип иҫәпләй.