Әлшәй районында 43 һайлау участкаһы эшләй

841-cе участка һайлау комиссияһы рәйесе Венер Ғәлимов белдереүенсә, халыҡ тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнаша. Өлкән йәштәгеләр, урта быуын вәкилдәре, һайлау йәшенә еткән егеттәр һәм ҡыҙҙар гражданлыҡ бурысын үтәргә иртә менән һайлау участкаларына ағылды. Куптәр һайлауҙы байрам кеүек ҡабул итә.

Һайлау участкаһында сәйәси акция эшлекле, тыныс шарттарҙа уҙһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Тауыш биреүҙә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар юҡ. Һайлауҙа күҙәтеүселәр эшләй, ирекмәндәр ҙә йәлеп ителгән.