Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған тәүлектә Хәлил ауылында иман йорто янды. 96 квадрат метрға таралған ут ҡотҡарыусылар һәм ауыл халҡы ярҙамында һүндерелә. Янғында зыян күреүселәр теркәлмәгән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Хәлил ауылы халҡы яратып йөрөгән иман йорто урынында көл-күмер генә ҡалған. Ҙур булмаған бинала сыҡҡан янғын ауыл халҡы һәм ҡотҡарыусылар ярҙамында һүндерелә. Хәлилдәр өсөн был ваҡиға оло юғалтыу, шуға ла улар уртаҡ көс менән яңы мәсет төҙөргә ниәтләй.
1995 йылда төҙөлгән ағас мәсеттәге янғынға электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәп булған тип фаразлана. Ҡотҡарыусылар һәм ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, иман йортонда йылытыу ҡоролмаһы кабеле янып киткән. Белгестәр социаль селтәрҙәрҙә таралған ялған хәбәргә ышанмаҫҡа кәңәш итә - мәсеткә ут төрткәндәр тигән мәғлүмәт дөрөҫ түгел.
Хәлил ауылы Башҡортостанда «Иң матур ауыл» республика конкурсында еңеүсе ауыл. Биләмәлә диндарҙар ҙа байтаҡ, шуға ла урындағы халыҡ иман йортон уртаҡ көс менән төҙөргә ниәтләй. Бағыусылар, ауыл халҡы, йәштәр, ирекмәндәр, урындағы власть ҡатнашлығында төҙөлөштө ойоштороу өсөн аҡса йыя башлаған.
Флорида Ким