Башҡортостандың 44 районы ужым арышын, шипкә, бойҙай, тритикали сәсеүгә тотонған. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда планлаштырылған 104 гектарҙа майҙандарҙың 27 проценттан ашыуында ужым культуралары сәселгән. Хужалыҡтар 20 сентябргә тиклем сәсеүҙе тамамларға тейеш. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.
Ужым бойҙайын сәсеү технологияһы теүәл үтәлергә тейеш. Агроном Азат Хәкимов сәсеү агрегаты орлоҡ һалып уҙған һыҙаттарҙы шәхсән тикшерә. Орлоҡтар дәүләт стандарттарына тап килтереп сәселгән, араһына ашлама һалынған. Тупраҡта дым етерлек. Орлоҡтар ер аҡ юрған ябынғанға тиклем шытымдар сығарып, көслө ҡыуаҡ ебәреп өлгөрөргә тейеш.
Өфө районы «Рассвет» хужалығында ужым бойҙайын 2700 гектарҙа сәсеү күҙаллана. Әлеге ваҡыта был кульура 500 гектар майҙанда сәселгән. Дәүләкәндәр ужым сәсеүҙә республикала алдынғы урынды биләй. Унда сәсеүҙең 60 процентынан күберәге тамамланған.Стәрлетамаҡтар 8 мең гектарҙан ашыу, Әлшәйҙәр 7 мең гектарҙан ашыу майҙандарҙа ужым культураларын ергә тапшырған.
Был баҫыуҙа арпа һуғыла. Уның гектар ҡеүәте 25 центнер. Механизаторҙар 800 гектарҙа арыш уңышын йыйған да инде. Яуым- төшөм норманан артыҡ булыуы арпа уңышы өсөн эҙһеҙ уҙмаған. Әммә механизаторҙар төшөнкөлккә бирелмәй.Улар алдына уңышты тиҙ арала бураларға һалыу бурысы ҡуйылған.
Урып-йыйыуҙа һанлы технологиялар ҡулланыла. Һуғылған арпаның һәр бөртөгө иҫәптә. Водителдәрҙең йөк машинаһына күпме ашлыҡ тейәгәне электрон карточкала теркәлә.
Игенселәр алдында быйылғы йәй көтөлмәгән һынауҙар ҡуйһа, татлы тамыр үҫтереүселәрҙең хәле күпкә яҡшыраҡ . Был майҙанда сменаһына уртаса 10-12 гектарҙа сөгөлдөр ҡаҙыла. Аграрийҙар уңышты октябрь уратарына тиклем ҡаҙып алырға иҫәп тота.
Былтыр хужалыҡ был баҫыуҙарҙан 100 мең тонна татлы тамыр уңышы алған, ә быйыл иһә был күрһәткес 153 мең тоннанан ашасаҡ тип күҙаллай белгестәр.
Был хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрө 3400 гектарҙа сәселгән, уңыштың 300 гектары ҡаҙылған. Татлы тамырҙың гектар ҡеүәте 500 центнер тәшкил итә. Аграрийҙар ямғырһыҙ ҡоро көндәрҙә ике сменала эшләп, уңышты тиҙерәк йыйып ҡалырға тырыша.
Гүзәл Борханова