Гектарынан 600 центнерҙан ашыу. Әлшәй районы аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙа башланы. Татлы тамырҙы беренселәрҙән булып Раевка шәкәр заводы ҡабул итә. Предприятиела тәүге көндәрҙә үк 400 тонна шәкәр ҡомо етештерелгән. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ҡеүәтле техника бер сменала 3 мең тоннаға яҡын шәкәр сөгөлдөрөн тейәй ала. Хужалыҡта бындай машина икәү. Улар бер туҡтауһыҙ эшләй тиерлек . Мул уңыш менән ҡыуандырған тамыраҙыҡты көндәр ҡоро торғанда, тиҙерәк һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыу мөһим. Әлшәй районындағы «СН- Агро» ойошмаһы тәүгеләрҙән булып татлы тамырҙы ҡаҙа башланы. Баҫыу эштәренә 50-нән ашыу техника, тиҫтәләп хеҙмәткәр йәлеп ителгән
Белгес Ауыл хужалығында 15 йыл тирәһе, шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуҙа 4-се миҙгел эшләй . Ошо ваҡыт эсендә йәйҙең был тиклем ямғырлы булыуын хәтерләмәйем, ти Илвир Зыязетдинов.
Шәкәр сөгөлдөрө табышлы культура, әммә уны тәрбиәләп үҫтереү генә түгел, үҫтерелгән уңышты ҡаҙып алыу ҙа күп көс, тырышлыҡ талап итә. Быйыл татлы тамырҙарҙың ауырлығы уртаса 600-700 грамм. Әммә шәкәр сөгөлдөрө ҙурыраҡ булған һайын, уның төп күрһәткестәре түбәнерәк була.
Белгестәр әйтеүенсә, был күрһәткестәр һуңғыһы түгел. Раевка шәкәр заводында сеймал өлгөләрен һайлап алған лаборатория белгестәре шәкәрлелектең тағы ла артасағына ышана. Бында республиканың 15 районы һәм Ырымбур өлкәһе хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрөн ташый. Тәүлегенә 4 мең ярым тамыраҙыҡ ҡабул ителә. Завод тәүге көндәрҙә үк яңы уңыштан 400 тоннанан ашыу шәкәр етештергән.
Әлфинә Килдейәрова