Республика район-ҡалаларынан иң көслө математиктар икенсе тапҡыр Өфөгә фестивалгә йыйылды

Ике төркөмдәге 6-9-cы класс уҡыусылары Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында математика фәне буйынса мауыҡтырғыс лекциялар тыңланы, робот техникаһы класында шөғөлләнде, ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты. Һәләтле үҫмерҙәр 10 мең уҡыусы араһынан махсус һайлап алынған. Иҫәп-хисапта иң көслөләр 4 кешенән торған командаға берләшеп онлайн форматта мәсьәләләр сискән. Улар араһынан 48 уҡыусыға ғына Өфөлә өс көнлөк математика фестивалендә ҡатнашыу бәхете йылмайған.

Математикаға тартылыусы үҫмерҙәр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ике тапҡыр Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булған Михаил Саханевичтан, математика фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙарын әҙерләүсе остаз Айҙар Миңләхмәтовтан оҫталыҡ дәрестәре алды. Тәүге математика фестивале Өфө мәктәптәре уҡыусылары араһында ғына уҙғарылған. Әммә был юлы ауылдарҙан һәм башҡа ҡалаларҙаң ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең үтенесе иҫәпкә алынған. Математика фестивале Рәсәй Президенты грантына уҙғарыла.

Яҙ көнө менән әлеге осрашыу араһында айырма ҙур. Үҫмерҙәр ҡатмарлы мәсьәләләрҙең сиселешен еңел үтәй ала Улар артабан да математика йүнәлешендә үҫешһендәр ине.

Айҙар Миңләхмәтов, математика фестивален ойоштороусы остаз