«Ашҡаҙар» радиоһы 15-cе юбилей миҙгеленә аяҡ баҫты

2010 йылдың 7 февралендә тәүге тапҡыр эфир киңлектәренә сыҡҡан канал республикабыҙҙың мәҙәни тормошон тулыраҡ сағылдырыу, уның һоҡланғыс шәхестәре, сәнғәт өлгөләре менән таныштырыу һәм киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында ойошторола. Тулыраҡ - киләһе яҙмала.

«Ашҡаҙар» радиоһы яңы миҙгелен яңы тауыштар менән асты. Быға тиклем оҙаҡ йылдар дауамында радио тыңлаусыларҙы билдәле сәнғәт әһелдәре Олег Ханов менән Нурия Ирсаева сәләмләһә, хәҙер уларға танылған актерҙар Салауат Юлдашбаев менән Светлана Хәкимоваларҙың тауыштары өҫтәлде. Тик башҡорт телендә һөйләгән донъялағы берҙән-бер радионың тәүге йылдарында бик күп билдәле шәхестәр эшләгән: Розалия Солтангәрәева, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Инбер Яппаров, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Рәйес Исмәғилев, Илдар Ғүмәров, Шәүрә Ғилмановалар айырым программалар алып барған, тапшырыуҙар әҙерләгән. «Ашҡаҙар»ҙың тәүге көндәренән төп йөктө үҙ иңдәренә алған тәжрибәле журналистар хәҙер үҙҙәре йәштәрҙе өйрәтә.

Барыһы ла мәҙәниәткә ҡарай - әҙәбиәте лә, сәнғәте лә, архитектураһы ла, кино сәнғәте лә. Шуға беҙ барлыҡ өлкәләрҙе лә күҙ уңына тотоп, һәр береһендә эшләргә тырышабыҙ, тырыштыҡ һәм эшләп киләбеҙ.

Эфирҙа барған тапшырыуҙар, радионың алтын фондында тупланған алтын яҙмалар иң зауыҡлы, талапсан, юғары мәҙәниәтле тыңлаусыға иҫәпләнгән. Маһир сәхнә оҫталарының, танылған яҙыусы, шағирҙарҙың тауышын тик «Ашҡаҙар»ҙа ғына ишетергә мөмкин. Үлемһеҙ халыҡ йырҙары, юғары профессиональ кимәлдә ижад ителгән заманса көйҙәр, классик әҫәрҙәр әҙерлекле аудиторияның рухын һуғара, йәш быуында юғары зауыҡ тәрбиәләй, бер ҡайҙа ла донъя күрмәгән мәғлүмәт менән байыта.

Мин 50-60 йылдарҙағы фонд материалдарын тыңлап ҡарайым да, шундағы яҙыусыларҙың сығыштарын, унда Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш һәм башҡалар тураһында бик күп беҙгә билдәле булмаған факттар тураһында һөйләйҙәр... Әле улар бер ҡайҙа ла баҫылмаған. Кемдер уларҙы тыңлай икән, ҙур асыш яһаясаҡ үҙе өсөн.

«Ашҡаҙар» радиоһы эфир тулҡындары аша ғына тыңлаусылар зауҡын ҡәнәғәтләндермәй, төрлө майҙандарҙа «Онотолмаҫ осрашыуҙар» ойоштора, халыҡ йырҙарын һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында «Ашҡаҙар моңдары» фестивален үткәрә.

Быйыл да яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килде, яңы эш планы булдырылды һәм беҙгә ижади ҡарашҡа урын етерлек унда һәммәбеҙгә лә.

Яңы миҙгелдә иң матур традицияларҙы дауам итеп, яңыларына нигеҙ һалырға ниәтләнә ижади коллектив. Рух, тарих, туған тел иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ. Тематик көндәр, ижади сәфәрҙәр, яҡындан тығыҙ аралашыуҙар, йөкмәткеле кисәләр хеҙмәткәрҙәр менән тыңлаусылар араһындағы рухи күперҙе тағы ла нығытыр, милләтебеҙ ҡеүәтен арттырыуға хеҙмәт итер, ти ашҡаҙарҙар.

Рәйсә Абдуллина