101 йәшлек ветеран һайлау участкаһына килгән

Хәйбулла районында 101 йәшлек Фәтхулла Юламанов һайлауҙа ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны мәҙәниәт йортона барып конституцион хоҡуғы менән файҙаланған. Учалы районы Миндәк ауылында йәшәүсе һуғыш ветераны Әбүбәкер Тайыпов гражданлыҡ бурысын йортонда үтәгән. Йылайыр районының медицина белгестәре һәм махсус хәрби операция яугирҙәре беренселәрҙән булып әүҙемлек күрһәткән. Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан тыл һәм хеҙмәт ветераны Хәҙисә Байғусҡарова өйҙә тауыш биргән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт